Салауатта мотоциклсы менән бәйле үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре тикшерелә. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәте буйынса, авария бөгөн иртән Островский һәм Космонавтар урамдары киҫелешендә теркәлә. Унда 27 йәшлек «Ямаха» мотоциклы водителе светофорҙың ҡыҙыл утына сыға һәм «Форд Максус» автомобиле менән бәрелешә. Асыҡланыуынса, байкерҙың тейешле категорияһы булмай. Ҡазаға тарыусының ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе ғүмере өҙөлә. Әле ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй. Осраҡ буйына тикшереү башланған.