Башҡортостанда үҫмерҙәр араһында авариялар арта

Сағыу эмоциялар, тиҙлек һәм моторҙар геүләүе. Үҫмерҙәр араһында питбайктарға ҡыҙыҡһыныу көсәйә. Улар ҡатнашлығында авариялар һаны ла арта. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре йыл башынан алып меңдән ашыу баланы туҡтатҡан. Уларҙың ата-әсәләренә ҡарата протоколдар төҙөлгән, штраф һалынған. Ә тупланған материалдар баланы тейешенсә тәрбиәләмәгән өсөн бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға ебәрелгән. Һәләк булыусылар, төрлө тән йәрәхәттәре алыусылар ҙа юҡ түгел. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Шулай уҡ баш мейеһе, үпкәһе һәм яурын һөйәктәре зыян күргән. Бындай йәрәхәттәрҙе 16 йәшлек егет мототехника руле артында алған. Юл-транспорт ваҡиғаһы Тәтешле районында теркәлә. 2 бәлиғ булмаған питбайкер тар юлды бүлешә алмай, ҡапма-ҡаршы бәрелә. Ике егеттең дә махсус кейеме булмай. Осраҡтан һуң 15 йәшлек үҫмер һәләк була, ә икенсеһенең ғүмере өсөн табиптар әле булһа ла көрәшә.

Әлеге ваҡытта Республика балалар клиник дауаханаһының травматология бүлегендә питбайк артында ултырған 5 бала дауаланыу үтә. Уларҙың береһе-17 йәшлек Анастасия. Ҡыҙ бер ай элек дуҫы менән Стәрлетамаҡ буйлап питбайкта йөрөргә сыға, шунда уҡ ҡаршыға килгән еңел автомобилгә осрайҙар. Ҡурҡыу тойғоһо булһа ла, тиҙлек һәм андреналин еңеп сыға. Һөҙөмтәлә-ике аяғы һәм янбашы һына. Үлемдән бер көн алда һатып алынған экипировка ғына ҡотҡара.

Травматология бүлегенә Ҡырмыҫҡалы районынан 14 йәшлек үҫмерҙәр ҙә эләгә. Үткән йома питбайк артында ултырған егет руль менән идара итеүҙе юғалтып пассажиры менән ҡойма өҫтөнә менеп китә. Быға тиклем ата-әсәләрҙең тыйыуына балалар иғтибар итмәй. Әле улар күрше палаталарҙа төрлө тән йәрәхәттәре һәм яралар менән дауалныу үтә.

Ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән юлдарҙа питбайк, мотоциклдарға атланған балалар арта. Уларҙың ҙур тиҙлек менән йөрөүе, башҡа машиналарҙы уҙып китергә маташыуы оло хәүеф тыуҙыра. Мототехниканы йөрөтөү һәләте булмаған үҫмерҙәр үҙләштерә. Йыш ҡына улар менән юл-транспорт ваҡиғалары киске һәм төнгө сәғәттәрҙә теркәлә. Зыян күреүселәрҙе ҡотҡарыу өсөн санавиация ҡулланыла.

Балаларҙың руль артына ултырыуы ниндәй фажиғәләр менән тамамланыуы тураһында күп тапҡыр иҫкәртелһә лә, ҡыҙғанысҡа, ҡурҡыныс хәлдәр үҫмерҙәрҙе туҡтата алмай. Инспекторҙар бәлиғ булмаған водителдәрҙе көн һайын тиерлек тота. Мәҫәлән, Ғафури районында юл-патруль хеҙмәте һигеҙ йәшлек баланы туҡтаҡан. Уның ата-әсәһенә ҡарата административ материал төҙөлә. Хәҙер ғаиләгә 30 мең һум штраф түләргә тура киләсәк, шулай уҡ тикшереү материалдары бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға ебәрелгән. Ә транспорт сараһы махсус туҡталҡаға оҙатылған. Әммә һәүәҫкәр видеояҙманан күренеүенсә, өлкәндәр осраҡты көлкө итеп ҡабул итә.

Транспорт күп, юлдарҙа хәрәкәт көслө. Юл ҡағиҙәләрен белмәгән балаларҙың ошо ағымға килеп инеүе барыһы өсөн дә ҙур хәүеф тыуҙыра. Питбайк-спорт техникаһы, ул махсус күнекмләр һәм ябыҡ майҙансыҡтар өсөн эшләнгән. Асфальтта, бигерәк тә балалар ҡулында уның нисек йөрөүен күҙаллауы ауыр. Балаларҙы мотоциклға ултырыуҙы тыйыу штрафтан ҡасыу өсөн түгел, ә фажиғәле осраҡтарҙан ҡурсалап ҡалыу өсөн мөһим.

Әлфинә Килдейәрова