Башҡортостан ирекмәндәре алғы һыҙыҡҡа дронға ҡаршы япмалар оҙатҡан

Фронтҡа шулай уҡ маскировка селтәрҙәре, медицина препараттары һәм кейем-һалым ебәрелгән. Туймазы районы хакимиәте башлығы Булат Мусин телеграм каналында ошо турала белдергән. “Гуманитар ылау туплауҙа бөтә ауылдар әүҙем ҡатнаша. Халыҡҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ирекмәндәр яугиҙрар өсөн селтәрҙәр үрә, махсус япмалар тегә, туҡмас киҫә. Туймазыларҙың һәр посылкаһы - ил һаҡсыларына хәстәрлек, уларға хөрмәт билдәһе. Беҙ уртаҡ маҡсат - Еңеү өсөн берләшек!” – тип яҙған Булат Мусин.