Өфө үҙәге урамдарында сикләүҙәр индерелә

Баш ҡала хакимиәтенән ошо турала белдерәләр. 17 июлдә Өфөлә Моторҙар эшләү берекмәһенең 100 йыллығына арналған сара үтә. Шуға бәйле, 16 июлдән 17 июлгә тиклем “Торатау” конгресс-холы янындағы парковка ябыла. 17 июлдә Зәки Вәлиди, Мәжит Ғафури, Генерал-Губернатор Перовский һәм Яр буйы урамдарында өлөшләтә автомобиль хәрәкәте сикләнә. Водителдәргә маршрутты алдан билдәләргә кәңәш ителә.