Дәүләт ярҙамы хужалыҡтарҙың матди-техник нигеҙен нығытыуға бирелә. Документтар бөгөн ҡабул ителә башланы. 2 августҡа тиклем тапшырырға була. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан ошо турала белдерәләр. “Республикала ҡулланыусылар кооперативтары арта. Уларҙың һаны буйынса беҙ илдә алдынғы урында. Хужалыҡтар етештергән тауар төрө лә күбәйә”, - ти белдерҙе ведомство етәксеһе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов.