Юлсылар Шайморат һәм Ҡарлыман ауылдары араһындағы трассаны тәртипкә килтергән. 3 километр самаһы юлда асфальт ҡатламы яңыртылған, юл ситтәре нығытылған, һыҙаттар төшөрөлгән. Был урындан көн һайын 12 меңдән ашыу автомобиль үтә. Трасса бер нисә районды тоташтыра, популяр туристик объекттарға алып бара. Быйыл Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Архангел һәм Белорет райондарында 24 километр юлды төҙөкләндереү ҡарала тип хәбәр итәләр республика Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Эштәр йыл аҙағына тиклем теүәлләнергә тейеш.