Ҡыйғыла “Килен шишмәһе” төҙөкләндерелгән

Райондың Йосоп ауылы ошондай атамалы шишмәһе менән дан тота. Сығанаҡ “Экологик именлек” милли проектына ярашлы тәртипкә килтерелгән. Район хакимиәтенән ошо турала белдерәләр. Эшселәр шишмәне тәрәнәйткән, уның тирә яғына бетон һалған. Кәртәләр яңыртылған. Инеш янына өҫтәл һәм ҡатын-ҡыҙ һүрәте төшөрөлгән мәрмәр плитә ҡуйылған. “Шишмә туғандар һәм яҡындарҙың осрашыу урыны. Бынан юлсылар ҙа һыу ала. Йола буйынса, яңы ғаилә ҡорған йәштәр ҙә бында килә. Беҙ халыҡтың рухи мираҫын һәм йолаларын һаҡлайбыҙ”, - тип яҙған социаль селтәрҙә район хакимиәте урынбаҫары  Петр Руднев.