Дүртөйлө-Әшит федераль трассаһының Башҡортостандағы участкаһы мобиль элемтә менән тәьмин ителде. Хәҙер автоһәүәҫкәрҙәр сәйәхәт ваҡытында музыка тыңлап ҡына ҡалмай, төрлө ҡушымталар ҡуллана, навигация сервистары һәм карталар менән файҙалана ала. Әйткәндәй бөгөн рәсми рәүештә Борай районында М-12 «Көнсығыш» юлы асыла.
Транспорт хәрәкәтенә стартты онлайн рәүештә Рәсәй президенты Валимир Путин бирер тип көтөлә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Дүртөйлө-Әшит федераль трассаһы Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан Екатеринбургҡа тиклем тиҙ йөрөшлө коридорҙың бер өлөшө һанала. Уның төп өҫтөнлөгө-бөтә юлды сәғәтенә 130 км тиклем тиҙлек менән бер ниндәй светофорһыҙ хәрәкәт итеү. Ул ғәҙәти юлдарға ҡарағанда ике тапҡырға тиҙерәк буласаҡ. Яңы трасса буйынса юл хаҡы 2123 йылдың 31 декабренә тиклем түләүле була.