Саҡмағош районы Ҡарайерек ауылында бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуы теркәлгән. Күңелһеҙ хәлгә рапс баҫыуын ағыулы химикаттар менән эшкәртеү сәбәпсе булыуы ихтимал. Һәр хәлдә урындағы халыҡ шундай фекерҙә. Улар әйтеүенсә, бал ҡорттары ҡырҙан ҡайтып, бер тәүлек үткәндән һун һәләк була башлай. Ошондай уҡ хәл төбәктең тағы ла бер нисә ауылында күҙәтелгән. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса 150-нән ашыу бал ҡорто ғаиләһе юҡҡа сыҡҡан. Зыян күреүсе хужалар Прокуратура менән Ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығына ялыуҙар һәм ғаризалар менән мөрәжәғәт иткән. Улар шулай уҡ район хакимиәтенән хәлде асыҡларға ярҙам итеүҙәрен һорай. Сөнки ауылдарҙа баҫыуҙарҙы ағыулау тураһында бер ниндәй ҙә иҫкәртеү саралары үткәрелмәгән.
Саҡмағош районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, рапсты урындағы фермер үҫтерә. Осраҡ буйынса тикшереү башланған. Бөгөн ваҡиға урынында Россельхознадзор инспекторҙары лаборатория тикшеренеүҙәре өсөн өлгөләр аласаҡ.