Өфөлә мотоцикл ҡатнашлығында үлемесле авария теркәлде

Бөгөн иртән Өфөлә мотоцикл ҡатнашлығында үлемесле авария теркәлде. Ҡаланың дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, Затон шоссеһы буйлап хәрәкәт иткән «Сузуки» мотоциклы юл ситенә туҡтаған «Лада Гранта» менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә 25 йәшлек байкерҙең медицина ярҙамы килгәнгә тиклем ғүмере өҙөлә. Әле урында дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.