Өфө районы «Огонек» һауыҡтырыу лагерында өсөнсө йәйге смена башланды

Өфө районы «Огонек» һауыҡтырыу лагерында өсөнсө йәйге смена башланды. Бында төрлө төбәктәрҙән 190 бала, шул иҫәптән Беларус Республикаһының Брест районы уҡыусылары ял итә. Күптәр өсөн был форматта ял тәүге тәжрибә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе репортажда.

«Огонек» лагеры яңы сменала ҡатнашыусы балаларҙы күңелле йырҙар, көслө алҡыштар менән ҡаршылай. Теркәлгәндән һуң малай-ҡыҙҙар вожатыйҙар менән таныша, отрядтарға бүленә. Кемдер өсөн ҡала ситендә ял итеү тәүге тәжрибә, ә берәүҙәр бында икенсегә килгән.

Былтыр ҙа ял иткәйнем, быйыл икенсегә килдем, Өфөлә дуҫтар таптым, аралашабыҙ. Улар мине үҙҙәре төшөргән плакат, бүләктәр менән йылы ҡаршы алды. Өфө миңә ныҡ оҡшай, бигерәк тә ҡаланың тау өҫтөндә урынлашыуы һоҡландыра.

Матвей Амбражевич, Ял итеүсе

«Огонек» лагерында эшләүселәр татыу мөхит тыуҙырырға тырыша, балалар өсөн адаптация төрлө уйындарҙан башлана. Вожатыйҙар балалар лагерға тиҙерәк өйрәнһен, асылһын өсөн төрлө саралар үткәрә. Бында һәр бала команданың бер өлөшө.

Лагерҙа һәр сәғәт иҫәпләнгән, балаларҙың кәйефе күтәренке, улар бер-береһе менән таныша, күңел аса, файҙалы шөғөлдәргә өйрәнә.

Сираттағы сменаға малай-ҡыҙҙар төрлө төбәктәрҙән йыйылған. Беларуссиянан 10 бала һәм уларҙы оҙатып йөрөүсе килгән. Ял итеүселәр уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттарҙа йәшәй. Ә Белорусия балалары өсөн был йәйге ял ғына түгел, ә Башҡортостан мәҙәниәте менән танышыу, яңы дуҫтар табыу мөмкинлеге лә.

Айзилә Буранова