Рәсәй президенты Владимир Путин М-12 «Көнсығыш» автомобиль юлының Дүртөйлө-Әшит участкаһын асыуға старт бирҙе. Магнитогорск ҡалаһына эш сәфәре менән килгән дәүләт башлығы тарихи ваҡиғаға видеоконференция режимында ҡушылды. Тиҙ йөрөшлө трасса Башҡортостан, Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһе биләмәләре аша үтә. Унда йөҙгә яҡын яһалма ҡоролма, шул иҫәптән 50 юл үткәргес, 25 күпер һәм алты транспорт үткәүеле төҙөлгән. М-12 трассаһы Мәскәүҙе Екатеринбург менән тоташтырып, Рәсәйҙең Европа өлөшө менән Урал араһында тиҙ йөрөшлө бәйләнеште тәьмин итеүсе берҙәм магистралдең бер өлөшө буласаҡ.
275 километр оҙонлоҡтағы Дүртөйлө Әшит участкаһы дүрт һыҙатлы итеп төҙөлгән. Яңы трасса Уралдың Волга буйы менән бәйләнешен арттырасаҡ. Автомобиль юлында рөхсәт ителгән максималь тиҙлек еңел автомобилдәргә сәғәтенә 110, айырым урындарҙа 130, ә йөк транспорты өсөн сәғәтенә 90 километр. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тантанала ҡатнашып, төбәк өсөн федераль трассаның әһәмиәте ҙур булыуын билдәләне.