Радий Хәбиров Үзбәкстандың Сит ил эштәре министры урынбаҫары менән осрашты

Радий Хәбиров Үзбәкстандың Сит ил эштәре министры урынбаҫары Олимжон Абдуллаев етәкселегендәге делегация менән осрашты. Фекер алышыу барышында яҡтар халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Республика башлығы сауҙа-иҡтисади өлкәләге эшмәкәрлекте ике яҡлы мөнәсәбәттәр үҫешенең мөһим йүнәлеше тип атаны. Хеҙмәттәшлек осоронда 14 килешеүгә ҡул ҡуйылған, Ташкентта даими вәкиллек асылған. Әле юл картаһы өҫтөндә эш бара. Сараларҙың бер өлөшө тормошҡа ашырылған да инде, ә бер өлөшөн актуалләштереү зарур. Осрашыуҙа хеҙмәт миграцияһы мәсьәләләре лә ҡаралды. Былтыр Башҡортостанға башҡа дәүләттәрҙән 160 меңдән ашыу кеше килгән, уларҙың дүрттән бер өлөшө-Үзбәкстандан.

Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров Өфө көрәш һарайы базаһында Башҡортостан менән Үзбәкстан спортсылары араһында милли көрәш буйынса иптәштәрсә турнир ойошторорға тәҡдим итте.