Әлегә уларҙың 15-е буйынса эш теүәлләнгән. Подрядсы компаниялар билдәләнгән график буйынса объекттар буйынса планды үтәй. Өфөләге Менделеев урамы, 9/2-cе адрес буйынса ла ремонт саралары тамамланыу алдында. Төҙөүселәр менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәбуллина аралашты.
Бетон ҡатнашмаһы насос ярҙамында күп фатирлы йорттоң ҡыйығына оҙатыла. Өфөнөң Менделеев урамындағы торлаҡ капиталь ремонт программаһына эләккән. Объектта эш ике аҙна элек башланған. Подрядсы компания вәкилдәре билдәләүенсә, иң ауыры-плитәгә тиклем ҡыйыҡтың иҫке ҡатламын алыу булған. Таушалған түбә-милекселәрҙең дә баш бәләһенә әйләнгән, яуым-төшөм эҙемтәләре менән көрәш оҙаҡ ваҡыт дауам иткән.
Бетон тигеҙ ятһын өсөн барлыҡ технология теүәл үтәлергә тейеш, төҙөлөш маяктары файҙаланыла. Объекттағы эш барышы капиталь ремонт буйынса төбәк операторы контролендә.
Күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт программаһы буйынса эргәлә урынлашҡан Бехтеров урамы 16/2-се йорт адресы буйынса ла ошондай уҡ технология буйынса ҡыйыҡ яңыртыла, шулай уҡ биләмәләге йорттарҙың электр тәьминәте системаһын, лифттарҙы яңыртыу буйынса ла эш алып барыла.
Быйыл республика буйынса 271 ҡыйыҡта капиталь ремонт планлаштырылған, уларҙың 145-нә рулон япма ябылһа, ҡалғаны профнастил менән ҡаплана. Әлегә район-ҡалаларҙа яҡынса 80 объектта эш бара.
Баш ҡаланың Менделеев урамындағы, 9/2-cе йорт адресы буйынса эш ике аҙна эсендә тамамланыр тип күҙаллана. Төҙөүселәр эргәләге торлаҡ ҡыйығын яңыртыуҙы ла параллель рәүештә алып бара.
Гөлназ Хәйбуллина