Баш ҡаланың «Защитник» үҙәгендә хәрби хеҙмәткә контракт төҙөүселәрҙе ҡабул итеү дауам итә

Өфөнөң «Защитник» үҙәгендә хәрби хеҙмәткә контракт төҙөүселәрҙе ҡабул итеү дауам итә. Бында республика район-ҡалаларынан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә килеүселәр өсөн бөтә шарттар булдырылған. Ул бер тапҡыр түләнә торған аҡсанан алып, яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 54 ярҙам сараларын күҙ уңында тота. «Защитник» үҙәгендә бөтә һорауҙарға ла яуап алырға мөмкин: банк хеҙмәткәрҙәре финанс буйынса аңлатыу эштәре алып бара, табиптар тикшереүҙәр үткәрә, ә инструкторҙар хәрби хеҙмәт буйынса һөйләй. Бер көн эсендә тулыһынса һайлау тәртибен үтергә була. Контракт төҙөгәндән һуң яугирҙарға 210 мең һумдан юғары эш хаҡы түләнә. Шулай уҡ хәрбиҙәргә махсус бурыс үтәгән өсөн өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған. Тулыраҡ мәғлүмәт алыр өсөн хәрби комиссариатҡа йәки республика һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итергә мөмкин.