Уларҙы Өфө Тимер юл вокзалында ҡаршы алдылар. Делегацияның сәфәре Башҡортостан менән Беларусь араһында төҙөлгән ике яҡлы социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлек нигеҙендә ойошторолған. Малай-ҡыҙҙар һәм уларҙы оҙатыусы Өфө районының «Огонек» лагерында ял итәсәк. Бындай визит Рәсәй менән Белоруссия төбәктәре араһында мәҙәни һәм профессиональ бәйләнештәрҙе нығытыуға, шулай уҡ спорт һәм туризм өлкәһендә берҙәм проекттарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә.