Бәләбәй хакимиәте башлығы яугирҙарға гуманитар ярҙам алып барған

Азат Сәхәбиев махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ЛуАз автомобиле тапшырған.  “Фронтта техника хәрби бурыстарҙы теүәл үтәргә ярҙам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы алғы һыҙыҡта улар тиҙ сафтан сыға, дошман дрондары килеп тейә. Тылдың ярҙамы ир-егеттәргә көс өҫтәй, уларҙың кәйефен күтәрә. Яугирҙар Бәләбәй халҡына оло рәхмәт әйтә”, - тип яҙған телеграм каналында район етәксеһе. Һалдаттарға шулай уҡ маскировка селтәрҙәре, шәхси посылкалар алып барылған.