Асҡын районы Ҡубыяҙ ауылында дөйөм белем биреү мәктәбе төҙөлә

Ул балалар баҡсаһы менән бер ҡыйыҡ аҫтында була. Заманса комплекс 200 балаға иҫәпләнә. Төҙөлөш министры Артем Ковшов ошо турала белдерҙе. “Әле эшселәр өсөнсө ҡатты күтәрә башланы. Бинаға пандустар ҡуйыла”, - тине ул. Белем усағын төҙөү киләһе йылда тамамланырға тейеш.