Баш ҡаланан яугирҙарҙың бер төркөмөн алғы һыҙыҡҡа оҙаттылар

Һалдаттар ҡыҫҡа ялдан һуң кире хәрби хеҙмәткә юлланды. Сарала Башҡортостан хәрби комиссары урынбаҫары Дмитрий Литвяков ҡатнашты. Ул ир-егеттәргә ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәндәре өсөн рәхмәт әйтте. Яугирҙарға иҫән-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләне. Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Фәхретдинов әйтеүенсә, һалдаттарҙың кәйефе көр. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Хәрбиҙәр махсус операция биләмәһенә автобустарҙа бара. Башҡортостанда Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәргә шунда уҡ 2 миллион һум түләнә. Айлыҡ түләү 210 мең һумдан башлана.