“Геройҙар дәүере” тигән ижади программа ил етәксеһенең мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамын алған. Проект буйынса, йыр конкурсы ойошторола. Комиссия иң яҡшы 10 башҡарыусыны һайлап ала. Уларға Мәскәүҙә үткән финал тамашаһында сығыш яһау мөмкинлеге бирелә. Концерт декабрҙә була. Һайлап алынған бөтә әҫәрҙәр айырым альбом итеп сығарыла, интернетҡа һәм танылған музыкаль платформаларға урынлаштырыла.