Дүртөйлө-Әшит юлы асыҡ. Борай районында М-12 «Көнсығыш» федераль трассаһының 275 километр оҙонлоғондағы автомобиль юлын асыу тантанаһы үтте. Транспорт хәрәкәтенә стартты онлайн режимда Рәсәй Президенты Владимир Путин бирҙе. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Транспорт коридорының мөмкинлектәре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Ике миллион тоннанан ашыу асфальт, 33 юл үткәргес, 12 күпер, 30 таҙартыу ҡоролмаһы, 100-ҙән ашыу һыу торбалары. Өс йыл дауамында барған күләмле төҙөлөш тамам. Дүрт һыҙатлы Дүртөйлө-Әшит автомобиль трассаһы юл йөрөүсөләр өсөн асыҡ. Яңы магистралдән тәүге булып көндө-төнгә ялғап эшләгән юлсылар үтә.
275 километр оҙонлоҡтағы Дүртөйлө-Әшит автомобиль юлы М-12 «Көнсығыш» трассаһының бер өлөшө. Юл участкаһы өс этапҡа бүленгән, уның иң ҙур өлөшө Башҡортостандың Дүртөйлө, Борай, Тәтешле районы аша үтә. Ҡалғаны Пермь, Свердловск өлкәһенә тура килә. Юлды төҙөүҙә 5 меңдән ашыу кеше эшләй, ике меңгә яҡын техника йәлеп ителә. Магистарль субъекттар өсөн яңы ммөкинлектәр аса, тине Владимир Путин.
Проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса, Мәскәү- Новгород-Ҡазан автомобиль трассаһын Екатеринбургҡа тиклем һуҙыу маҡсатында тормошҡа ашырыла. Документтар буйынса магистраль Башҡортостанды ситләп үтергә тейеш була, әммә Радий Хәбировтың тырышлығы менән республика аша һалына.
Проект буйынса юғары тиҙлекле автомобиль юлы былтыр сафҡа индерелергә тейеш ине. Әммә төҙөлөш ҡатмарлы урындар, тәү сиратта һаҙлыҡтар аша үтеү сәбәпле оҙаҡкараҡ һуҙыла.
Яңы объекттың төп өҫтөнлөгө- транспорт коридорын светофорһыҙ юғары тиҙлектә үтергә мөмкин, йәғни юл йөрөү ваҡыты ҡыҫҡара. Икенсенән, заманса трасса юл буйы сервисын үҫтерергә лә булышлыҡ итә, ошо өлкәлә эшләгән эшҡыуарҙар өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Бөгөндән был юлда тулыһынса мобиль элемтә лә тота башлай.
140 километры Башҡортостан аша үткән Дүртөйлө-Әшит юлы юғары тиҙлекле, заманса автомобмль трассаһы. Тиҙлекте сәғәтенә 130 километрға тиклем арттырырға мөмкин. Бында тәү сиратта юл йөрөүсөләрҙең хәүефһеҙлеге беренсе планға ҡуйыла. Ике яҡлап та йәнлек-хайуандар юлға сыҡмаһын өсөн тимер сеткалар ҡуйылған, юл буйына яҡтыртыу ҡоролмалы урынлаштырылған.
Рәмзиә Кәримова