Бөгөн «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе-Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы»ның 100 йыллығына арналған байрам саралары үтә. Ошо уңайҙан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һөнәри ҡаҙаныштарға ирешкән хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләне. Цех эшселәре, инженер -технологтар, производство майҙансыҡтары етәкселәренә юғары наградалар тапшырылды.
Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе йылдам үҫешкән, бай тарихлы ҡеүәтле предприятие. Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә тос өлөш индергән заводта фронт өсөн 51 мең хәрби авиамотор етештерелгән. Бөгөн предприятиела Рәсәй авиация, энергетика, транспорт тармағы өсөн сифатлы двигателдәр ҡойола. Производство майҙансыҡтарында бөтәһе 25 меңдән ашыу кеше эшләй. Хеҙмәткәрҙәр өсөн лайыҡлы эш шарттары тыуҙырылған.