Өфөлә Башҡортостан менән Алтай республикалары туроператорҙары осрашты. Сара туризм индустрияһы вәкилдәрен йыйҙы.Былтыр ноябрҙә Радий Хәбиров Алтай республикаһы башлығы Андрей Турчак менән осрашып, ике төбәк араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгәйне. Документ нигеҙендә берҙәм проекттарҙы һәм инициативаларҙы тормошҡа ашырыу буйынса юл картаһы ҡабул ителә. Уға ярашлы беҙҙең республика вәкилдәре Көнбайыш Себергә эш сәфәре менән барып ҡайтты. Яуап визит менән әле ҡунаҡҡа Алтай туроператорҙары килде. Улар Башҡортостандың туризм өлкәһе, тәбиғи, тарихи һәм мәҙәни объекттары, шифахана-курорт комплекстары менән таныша.
Башҡортостан менән Алтай араһында хеҙмәттәшлеккә ике төбәк араһында аваибәйләнеш булдырыу ҙа яңы мөмкинлектәр аса. Өфө-Таулы Алтай рейсы йәй башынан алып аҙнаһына бер тапҡыр оса. Туроператорҙар осрашыуы барышында төрлө проекттарҙың презентациялары ла үтте.