Өфөлә хайп өсөн пассажирҙарҙы автомобиль ҡыйығында йөрөткән водитель ҡулға алынған

Өфөлә хайп өсөн пассажирҙарҙы автомобиль ҡыйығында йөрөткән водитель ҡулға алынған. Ул интернет киңлектәрендә таралған видеоны ҡабатлай һәм иптәшенең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Хоҡуҡ боҙоу социаль селтәрҙәр мониторингы барышында асыҡланған.

Был турала Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итте. 7-се модель «ВАЗ» автомобиле руленә 20 йәшлек егет ултырған. Ул пассажирҙар ташыу ҡағиҙәләрен боҙған, шулай уҡ күренмәгән дәүләт номеры, хәүефһеҙлек ҡайышы һәм гражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау талаптарын үтәмәгән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмағаны өсөн пассажирға ла яуап бирергә тура киләсәк.