«Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектында ҡатнашыусылар өсөнсө белем биреү модулен тамамланы

«Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектында ҡатнашыусылар өсөнсө белем биреү модулен тамамланы. Семинар «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһендә ойошторолдо. Сарала республиканың билдәле сәйәсмәндәре, депутаттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Өсөнсө этап сиктәрендә спикерҙар федераль һәм төбәк кимәлендәге партия проекттары, заманса аралашыу һәм граждандарҙы ирекмәнлек эшмәкәрлегенә йәлеп итеү ысулдары тураһында көнүҙәк мәғлүмәт менән таныштырҙы, махсус операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә иғтибар бирҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк проекты Радий Хәбиров тәҡдиме менән 24 февралдә ойошторолдо. Ул Рәсәй Президенты башланғысы менән тормошҡа ашырылған «Геройҙар дәүере» федераль проектының дауамы булып тора. «Башҡортостан геройҙары» программаһы еңеүселәре дәүләт һәм муниципаль власть органдарына, шулай уҡ дәүләт һәм коммерция компанияларына эшкә урынлаштырыласаҡ.