Бөгөн «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе-Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы»ның 100 йыллығына арналған байрам саралары үтә. Ошо уңайҙан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һөнәри ҡаҙаныштарға ирешкән хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләне. Цех эшселәре, инженер -технологтар, производство майҙансыҡтары етәкселәренә юғары наградалар тапшырылды. Предприятие майҙанында киләсәк быуындар өсөн ваҡыт капсулаһы һалынды. Хеҙмәткәрҙәрҙең теләктәре, завод яңылыҡтарын туплаған сәләм хаты 50 йылдан асыласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Хеҙмәт алдынғыларына-дәүләт наградалары. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һөнәри ҡаҙаныштарға ирешкән хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләне. Цех эшселәре, инженер -технологтар, производство майҙансыҡтары етәкселәренә төбәк етәксеһе ҡулдарынан наградалар тапшырылды. 50 йыл УМПО-ла эшләгән Зөһрә Зиннәтуллина «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» 2-се дәрәжә ордены миҙалы менән бүләкләнде.
Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе йылдам үҫешкән, бай тарихлы ҡеүәтле предприятие. Бөйөк ватан һуғышында еңеүгә тос өлөш индергән заводта фронт өсөн 51 мең хәрби авиамотор етештерелгән. Бөгөн предприятиела Рәсәй авиация, энергетика, транспорт тармағы өсөн сифатлы двигателдәр ҡойола. Производство майҙансыҡтарында бөтәһе 25 меңдән ашыу кеше эшләй. Хеҙмәткәрҙәр өсөн лайыҡлы эш шарттары тыуҙырылған.
Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең 100 йыллыҡ тарихи юбилейы уңайынан хеҙмәткәрҙәр һәм ҡунаҡтар тимер капсулаға теләктәрен, заводтың бөгөнгө ҡаҙаныштарын, яңылыҡтарын яҙып һалды. Предприятиеның тормошон сағылдырған гәзит, цех хеҙмәткәрҙәре балаларының һүрәттәрен туплаған капсула 50 йылдан-Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе 150 йыллығы билдәләгәндә асыласаҡ.
Байрам уңайынан республика етәксеһе һәм ҡунаҡтар хәрби летчик, Советтар Союзы геройы Николай Гастелло һәйкәленә сәскә һалды. Предприятие юбилейы уңайынан шәхес исемен йөрөткән сквер төҙөкләндерелгән. Реконструкция барышында биләмә майҙаны тулыһынса тәртипкә килтерелгән. Бында яҡтыртыу ҡоролмалары, тротуарҙар, газон яңыртылған, ял итеү өсөн эскәмйәләр ҡуйылып, ағастар ултыртылған.
Предприятиеның юбилейына арналған концерт Ватан паркы майҙанында меңәрләгән кешене берләштерҙе. «Әй Йола» төркөмө хиттары тамашасыларға рухи көс, дәрт өҫтәне.
«Рус витяздары» юғары пилотаж төркөмө күрҙәткән авиашоу байрамдың онотолмаҫ өлөшөнә әйләнде. Тәжрибәле лилоттар программаһы тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы.
Флорида Ким