Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Федераль яза башҡарыу хеҙмәте директоры урынбаҫары Сергей Щербаков менән осрашты. Яҡтар төбәктә енәйәт-башҡарыу системаһын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Федераль ведомство етәксеһе урынбаҫары Радий Хәбировҡа федераль яза башҡарыу хеҙмәте эшенә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
Осрашыуҙа шулай уҡ федераль язаларҙы үтәү хеҙмәте коллективының республика етәкселеге менән үҙ-ара килешеп хәл итергә йыйынған бурыстары буйынса фекер алышынды. Сергей Щербаков Мәләүез һәм Салауат ҡалаларындағы колонияларҙың эшмәкәрлеге менән дә танышты. Ул холоҡ төҙәтеү учреждениеларының уҡыу үҙәктәрендә, медицина часында, ҡарауыл бинаһында, хеҙмәт цехтарында булды, хөкөм ителеүселәр менән аралашты.
Ул тәү сиратта яҡындары менән телефон аша бәйләнешкә сығыу мөмкинлектәре, йәшәү шарттары, етештерелгән продукция ассортименты менән ҡыҙыҡһынды. Сергей Щербаков әйтеүенсә, эшмәкәрлекте алып барыуҙа төп өҫтөнлөклө йүнәлештәр булып мәғлүмәт хәүефһеҙлеге.медицина мәғлүмәт системаһын камиллаштырыу, граждандар өсөн һанлы сервистарҙы үҫтереү тора. Шулай уҡ берҙәм һәм ышаныслы мәғлүмәт платформаһын булдырыу мөһим.