Башҡортостан беренсе тапҡыр “Зарница 2.0” округ уйындарын ҡабул итә

Еңгән командалар Волга буйы федераль округы исеменән Бөтә Рәсәй финалында сығыш яһай. “Патриот” паркында уҙғарылған сарала 14 команда ҡатнаша. “Беҙҙең маҡсат пионер уйындарын яңыртыу”, - ти Юнармия” хәрәкәте дирекцияһы етәксеһе  Александр Неверов. Финалда илдең бөтә төбәктәренән отрядтар ҡатнашырға тейеш. Уларҙан армия булдырыла. Округтағы сараларҙа взводтар төҙөлә. Улар финал һынауҙарын уңышлы үтеү өсөн ынтылырға тейеш. Хәҙер “Зарница” уйындарына киберхәүефһеҙлек, ай-ти технологиялар, пилотһыҙ осоҡостар менән идара итеү йүнәлештәре өҫтәлгән. Шулай уҡ политруктар һәм хәрби хәбәрселәр бар. Шишмә районында патриотик күнекмәләр 21 июлгә тиклем дауам итә.