Республикала киләһе йылға Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары көнө иғлан ителде

Улар мартта һәм майҙа билдәләнә. Республикала йәшәүселәрҙе өҫтәмә ял көндәре көтә. Премьер-министр Андрей Назаров дини байрамдарҙы уҙғарыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында донъя күргән. Уға ярашлы, 20 мартта Ураҙа байрамы була, был көндө халыҡ ял итә. 27 майҙа Ҡорбан ғәйете үткәрелә.