Ул шулай уҡ күрше Романовка һәм Шишмә ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан ошо турала белдерәләр. Яңы бина халыҡҡа тейешле медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә кәрәк-яраҡтар менән йыһазландырылған. Һуңғы 5 йылда Башҡортостанда 700 самаһы медицина пункты яңыртылды. Быйыл 6 поликлиника һәм 134 модулле медицина учреждениеһын асыу ҡарала.