Халыҡ-ара ярыш сентябрь-октябрҙә була. Уны мәшһүр бейеүсенең исемен йөрөткән халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм Мәҙәниәт министрлығы ойоштора. Конкурста һәүәҫкәр ансамблдәр ҡатнаша ала. Улар өс йәш арауығына бүленгән. Ярыштың финалы 21 октябргә билдәләнгән. Был көндә еңеүсе коллектив Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль менән бер сәхнәлә сығыш яһай. Конкурсҡа документтар 15 сентябргә тиклем ҡабул ителә.