Өфө геоботаника мәктәбенә нигеҙ һалыусы иҫтәлегенә. Баш ҡалала ғалим Борис Миркинға мемориаль таҡтаташ асылды. Биология фәндәре докторы, профессор, атҡаҙанған фән эшмәкәре үҫемлектәрҙе классификациялау теорияһына ғына түгел, геоботаникала һанлы ысулдар эшләүгә лә ҙур өлөш индерә. 2000 йылдар башында Борис Михайлович төп ваҡытын биологик төрлөлөктө өйрәнеүгә һәм һаҡлауға йүнәлтә. Күренекле ғалимдың иҫтәлеген хөрмәтләргә ул эшләгән Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенән коллегалары килде. Мемориаль таҡтаташ Коммунистик урамы, 75-се йорт адресы буйынса ҡуйылды.