Рәсәйҙә Берҙәм фольклор көнө уңайынан Өфөлә халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың исемен мәңгеләштереүгә арналған түңәрәк өҫтәл уҙғарылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү комиссияһы тарафынан ойошторолған фекер алышыуҙа шәхескә музей асыу мөһимлеге билдәләнде. Быйыл Башҡортостан Башлығы Указы менән, Урал батыр эпосы көнө булдырылғайны. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар бер һүҙҙән байрамды уҙғарыу буйынса саралар планына Халыҡ ижады мираҫын яҙып алған сәсәндең исемен мәңгелләштереү буйынса тәҡдимдәр индереү башланғысын хупланы.