Өфөлә армрестлинг буйынса Бөтә Рәсәй турниры үтә

Ул Ағиҙел ярында 26 июлдә ойошторола. Башҡортостан Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ярышта ил төбәктәренән килгән көслө спортсылар ҡатнаша. Шулай уҡ республиканың махсус хәрби операция ветерандары көс һынаша. Турнирға арм-рестлинг буйынса 8 тапҡыр донъя чемпионы Виталий Лалетин саҡырылған.