Рәсәй хәрби-һауа көстәренең легендар авиа төркөмө Өфө күгендә

Рәсәй хәрби-һауа көстәренең легендар авиа төркөмө Өфө күгендә. «Рус витяздәре» ауыр истребителдәрҙә төркөм пилотажын башҡарған донъялағы берҙән-бер команда. «Су» самолеттарын беҙҙең «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе-Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы» двигателдәре күккә күтәрә. Ғорурланабыҙ!, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.

Әйткәндәй, Өфө өҫтөнән осоп үткән пилоттар хистәре менән дә уртаҡлашты. Беҙ завод хеҙмәткәрҙәрен ысын мәғәнәһендә көслө тауыш менән ҡотланыҡ! Истребителдәр өсөн был юғары технологиялы йөрәктәр беҙҙең талантлы белгестәр ҡулы менән етнекләп йыйыла. 12 берәмек ҡеүәтле двигателдәр завод цех ҡыйыҡтары өҫтөнән осоп үтте тигән «Рус витяздәре» пилоттары.