Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, «Ростех» дәуләт корпорацияһы генераль директоры Сергей Чемезов, «Ростех» дәүләт корпорацияһы авиация комплексы индустриаль директоры Анатолий Сердюков предприятие хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне. Юбилей уңайынан УМПО заводында эшләүсе өс ғаиләгә фатир асҡыстары тапшырылды. Эш сәфәре барышында ҡунаҡтар предприятиелағы «Ростех» уҡытыу үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Байрам көнөндә предприятие коллективына юғары награда-Александр Невский ордены менән бүләкләнде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Хеҙмәткәрҙәрҙе хәстәрләп. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә эшләүселәргә яңы фатир асҡыстары тапшырылды. Ҡеүәтле предприятиела эшләгән хеҙмәткәрҙәр заманса йортта бушлай йәшәү мөмкинлегенә эйә. УМПО-ның 100 йыллыҡ тарихи юбилейына төҙөлгән аренда йортонда 400 фатир иҫәпләнә. УМПО -ла эшләүсе Вилнур Мансуров та торлаҡлы булып ҡыуанды.
Предприятие эшселәрен байрам менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, «Ростех» дәүләт корпорацияһы генераль директоры Сергей Чемезов, «Ростех» дәүләт корпорацияһы авиация комплексы индустриаль директоры Анатолий Сердюков тәбрикләне.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм ҡунаҡтар предприятие ҡарамағында асылған «Ростех» уҡытыу үҙәге менән танышты. Дүрт йыл элек ойошторолған уникаль комплекста 2 меңдән ашыу тыңлаусы белем ала. Улар араһында урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары ғына түгел, һөнәрен алмаштырырға теләүсе өлкәндәр ҙә бар. Унда комплекслы мультиквалификация алырға, йәғни бер юлы 5-6 һөнәр үҙләштерегә мөмкин. «Ростех» уҡытыу үҙәге 200-ҙән ашыу уникаль заманса ҡоролма менән йыһазландырылған. Бында станоктарҙы программалау, гидравлика лабораториялары, етештереү участкалары, уҡыу аудиториялары бар.
УМПО майҙанында байрам көнөндә яңы производствоға старт бирелде. Алюминий ҡойоу цехында Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең бөтә бүлектәре өсөн сифатлы продукция етештереләсәк.
Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе йылдам үҫешкән, бай тарихлы ҡеүәтле предприятие. УМПО-ның 100 йыллыҡ тарихи юбилейында Владимир Путин указы менән завод коллективына юғары дәүләт наградаһы-Александр Невский ордены тапшырылды. Оҙаҡ йылдар предприятиела намыҫлы эшләгән һөнәр эйәләре Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев ордендары менән бүләкләнде.
Флорида Ким