Башҡортостан юлдарын бушатып, автомобиль хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк. Был аҙнала ил президенты Владимир Путин видеоконференция режимында М-12 «Көнсығыш» федераль трассаһының дүрт һыҙатлы Дүртөйлө-Әшит юлын асыуға старт бирҙе. Яңы транспорт артерияһы төбәктең инвестиция ҡеүәтен арттырып, сауҙа, производство, эске туризм үҫешенә яҡшы йоғонто яһар тип көтөлә. Киләсәк маҡсаттар тураһында киләһе сюжетта.
Башҡортостан, Пермь өлкәһе һәм Свердловск өлкәһе аша үткән 275 саҡрым арауыҡтағы Дүртөйлө-Әшит автомобиль юлы-М-12 «Көнсығыш» федераль трассаһының бер өлөшө. Яңы магистраль «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Төп өҫтөнлөгө-транспорт коридорын светофорһыҙ юғары тиҙлектә үтергә мөмкин, йәғни юл йөрөү ваҡыты ҡыҫҡара. Күрше төбәктәргә йөк ташыу менән шөғөлләнгән эшҡыуар Рөстәм Нурғәлиев та яңы магистралдең уңайлыҡтарын билдәләй.
Дүрт һыҙатлы яңы автомобиль юлының 140 саҡрымы Башҡортостандың Дүртөйлө, Борай һәм Тәтешле райондары аша үтә. Сифатлы, ихтыяж менән файҙаланылған трассаның сафҡа индерелеүе муниципалитеттар үҫешенә, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға яңы этәргес бирер тип көтөлә.
Яңы магистраль бер кимәлдәге башҡа юлдар менән киҫелешмәй. Йәйәүлеләр үткәүеле лә юҡ. Тиҙлекте сәғәтенә 130 саҡрымға тиклем арттырырға мөмкин. Хайуандар юлға сыҡмаһын өсөн ҡоймалар ҡуйылған.
Юл инфраструктураһы үҫеше төбәктәр аша бәйләнештәрҙе яҡшыртып, иҡтисади күрһәткестәрҙе үҫтерергә булышлыҡ итәсәк тип иҫәпләй белгестәр. Эске туризм үҫешенә лә этәргес. Республикала ял итеүселәр артыуы көтөлә. Төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы тарафынан «Башҡортостандың алтын ҡулсаһы» тип исемләнгән яңы программа әҙерләнә, унда трасса үткән өс район индерелгән.
Былтыр декабрҙә реконструкциянан һуң М-7 трассаһының 65 саҡрым арауығы асылғайны, ул да М-12 автомобиль юлының бер өлөшөнә инде. Дөйөм алғанда, Башҡортостан 205 саҡрымлыҡ яңы уңайлы юл менән тьәмин ителде.
Яңы магистраль Рәсәйҙең өс төбәге аша үтеп, Волга буйы федераль округы менән Уралды Мәскәү, Санкт-петербург менән бәйләйәсәк. Төҙөлөш бының менән генә сикләнмәй, М-12 трассаһы Төмәнгә тиклем оҙайтыласаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина