«Русь» аҙыҡ-түлек банкы вәкиле -«Аҙыҡ-түлек» төбәк банкынан 33 меңдән ашыу мохтаж кешегә ризыҡ тапшырылған. Социаль йүнәлештәге ярҙам йыл дауамында ауыр тормош хәленә тарыған ғаиләләрҙең балаларына, яңғыҙ ҡалған өлкәндәргә күрһәтелә. Мохтаждарға социаль ярҙамды БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде.
Кирилл Василенко декрет ялында ултыра. Ике улын янғыҙ тәрбиләүсе атай был көрпәләр, сәй, көнбағыш майы һәм башҡа ризыҡтарҙы «Аҙыҡ-түлек» банкы аша бушлай ала. Бындай форматтағы ярҙам аҙ тәьмин ителгән тулы булмаған ғаиләнең йәшәйешен бер-нисә баҡысҡа күтәрә, ти балалына ярҙам алыусы Кирилл Василенко.
Мохтаждарға бындай форматттағы ярҙам Өфөлә теүәл бер йыл элек ойошторолған. Иң кәрәкле ризыҡтар-ярма, консерва, сәй менән ҡумталар тултырыла.
Шундай йомарт ҡумталарҙың береһе Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы бинаһында ла урынлашҡан. Өс тиҫтәнән ашыу райондарҙа мохтаждарға аҙыҡ-түлек таратыу буйынса айрым акциялар ҙа уҙғарыла.
«Aҙыҡ-түлек» банкы шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кешеләргә ярҙам итә. Яҙғыһын ташҡындан зыян күргән Архангел районының Аҙау ауылы халҡына 7 тонна аҙыҡ-түлек һәм эсәр һыу тапшырылған.Төбәк селтәре«изгелек кәрзине» марафонында ҡатнашҡан 50 партнер ойошманы, шулай уҡ бер нисә райондағы урындағы бүлексәләрҙе берләштерә. Изге эшкә 350-нән ашыу ирекмән йәлеп ителгән.
Республикала «Аҙыҡ-түлек» банкы тарафынан көн һайын 120 килограмм самаһы аҙыҡ-түлек таратыла. Ярҙам эре ойошмаларҙан һәм сауҙа селтәрҙәренән, шулай уҡ йомарт һәм изге күңелле кешеләрҙән килә.Ауыр мәлдәрҙә ярҙам алыусылар һуңынан үҙҙәре лә башҡаларға ярҙамға килә.
Башҡортостанда «Азык-тулек» төбәк аҙыҡ-түлек банкы ярҙамында 33 меңдән ашыу кешегә ризыҡ тупланмаһы тапшырылған. Ирекмәндәр һәм мәрхәмәтле кешеләр социаль хеҙмәттәр формалаштырған исемлектәр буйынса йәнә иң кәрәкле әйберҙәр-ярма, консерва, сәй менән ҡумталар йыя.Был посылкалар һәр мохтаж ғаиләгә һәм гражданинға барып етә.
Гүзәл Борханова