Ике ай эсендә Башҡортостанда 50 кеше һыуға батып һәләк булған. Үлемесле осраҡтарҙың сәбәбе һәр ваҡыттағыса хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иңҡар итеү менән бәйле. Спиртлы эсемлек эсеп һыу төшөү, рөхсәт ителмәгән пляждарға йөрөү, балаларҙы һыуҙа ҡарауһыҙ ҡалдырыу һәм башҡа сәбәптәр йылдағыса фажиғәләргә килтерә. Ҡотҡарыусылар эҫе көндәрҙә даими рейдтар ойоштора. Улар ял итеүселәргә хәүефһеҙлек талаптарын аңлатып һыу ингәндә уяу булырға кәңәш итә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Республика һыу ятҡылыҡтарында үлемесле осраҡтар арта. Яҡтыкүлдә гидроцикл водителе катер менән бәрелешеп 35 йәшлек ир һәләк булған. Асыҡланыуынса, гидроциклдағы ирҙең һыу судноһына идара итеү өсөн таныҡлығы булмаған. Бынан тыш уҙған тәүлектә Ҡалтасы һәм Ҡариҙел райондарында ике ир һыуҙа батып үлгән. Һыу буйында күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында ҡотҡарыусылар даими рейдтар ойоштора. Өфөлә һыу инергә рөхсәт ителмәгән урындарҙа ял итеүселәр, балыҡ тотоусылар бар.
Һыу инеүселәр өсөн хәүефһеҙлек талаптары ябай, әммә ошо ябай ҡағиҙәләрҙе үтәмәү үлемесле осраҡтарға килтерә. Спиртлы эсемлек эсеп һыуға инеү тыйыла. Батып үлеүселәрҙең төп өлөшө иҫерек килеш бәләгә тарый. Балалар һыуҙа ата-әсәләр йәки өлкән кешеләр иғтибарында булырға тейеш. Һәм әлбиттә, рәсми рөхсәт ителгән пляждарҙы һайларға кәрәк.
Башҡортостанда йылға-күлдәрендә һыу инеү өсөн 127 пляж йыһазландырылған. Баш ҡалала ун пляж әҙерләнгән. Уларҙың барыһында ла ҡотҡарыусылар эшләй, яр буйҙары тикшерелгән, сүп-сар һәм ҡалдыҡтарҙан таҙартылған. Ҡотҡарыусылар йылға-күл буйҙарында ял итергә яратыусыларҙы һаҡ һәм уяу булырға саҡыра.
Флорида Ким