Тәбиғәт ҡосағында ял иткәндә таҙалыҡ тураһында оноторға ярамай

Шул уҡ ваҡытта тәбиғәт ҡосағында ял иткәндә таҙалыҡ тураһында ла оноторға ярамай. Был хаҡта Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы иҫкә төшөрә. Ведомство һыу ятҡылыҡтарында ял итеүселәрҙе таҙалыҡты һаҡларға саҡырып мөрәжәғәт итте. Был үтенес айырыуса ҡырҙа шешлек ҡурыусыларға, балыҡ ҡармаҡлаусыларға, һыу инеүселәргә ҡағыла. Мөрәжәғәттә билдәләнеүенсә, яр буйҙарында ҡалдырылған ҡый ҡалдыҡтары һыу төбөнә төшһә, уларҙы сығарыуы ҡатмарлаша һәм хәүеф тыуҙыра. Шуға күрә ял иткәндән һуң сүп-сарҙы тоҡтарға тултырып алып ҡайтырға йәки тәғәйен урынға ташларға кәңәш ителә. Тәбиғәттең рәхмәт әйтергә теле юҡ, әммә ул кешенең һаҡсыл ҡарашын тоя. Ял итеүселәр шуны иҫтә тоторға тейеш тиелә мөрәжәғәттә.