Ишембай районы Һайран ауылында янғын һүндереүселәр ярышты

Ишембай районы Һайран ауылында янғын һүндереүселәр ярышты. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүҙе һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙе, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәрҙең һөнәри кимәлен күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған һөнәрмәндәр бәйгеһе республиканың төрлө район-ҡалаларынан 100-ҙән ашыу ҡотҡарыусыны берләштерҙе.

Ярышта ҡатнашыусылар араһында янғын һүндереүселәр ҙә, юғары уҡыу йорттары курсанттары ла бар. Улар уҡыуҙа ла, эштә лә, спортта ла һынатмайҙар. Йыл башынан ғына Башҡортостанда ике меңдән ашыу янғын һүндерелгән, уттан дүрт йөҙҙән ашыу кеше ғүмере ҡотҡарылған. Турнир дисциплиналарына килгәндә, уларҙы артабан да популярлаштырыу ҡарала.