Ябай ҡыҙыҡһыныуҙан ҙур компанияға тиклем үҫкән бизнес. Ҡырмыҫҡалы районынан Исламовтар алтаҡталар, картина кеүек тиҫтәләрсә төр әйбер етештереп төбәктең бәләкәй эшҡыуарлығын күтәреүгә өлгәшкән. Шулай уҡ урындағы халыҡты эш урындары менән тәьмин иткән. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
Ҡырмыҫҡалы районы өсөн генә түгел, республика кимәлендәге уникаль заманса ҡоролма. Хәрефтәр һыуға ҡупмаҫлыҡ, ҡояшҡа уңмаҫлыҡ итеп баҫтырыла.
Ә бинаның беренсе ҡатында иһә Ҡырмыҫҡалы районының 95 йыллығына бәйле махсус заказдар әҙерләнә. Шулай уҡ төбәк өсөн ят аппаратта башҡарыла. Шуға ла бүләккә таратыласаҡ Рим һандарынан төшөрөлгән сәғәт тә үҙенсәлекле булмаҡсы.
Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә ойошма теүәл 15 йыл элек барлыҡҡа килә. Ябай ҡыҙыҡһыныуҙан башланған шөғөл бөгөн ҙур компанияға тиклем күтәрелгән. Заказдар ҙа тотош донъя илдәре буйынса таратыла.
Был йәһәттән маркетплейстарға сығыу ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирә. Күптән түгел компания рәсми тауар билдәһен алыуға өлгәшкән. Ә ул иһә тағы ла мөмкинлектәр асып, киңерәк эш алып барырға этәргес булышлыҡ иткән.
Әлбиттә, эшҡыуарлыҡ башланғысына район хакимиәте лә ярҙам иткән. Ваҡытында алынған субсидия эште йәнләндәреп ебәргән.
Бизнесты Радмир Исламов тормош иптәше менән бергә алып бара. Алина финанс мәсьәләләр буйынса яуап бирә. Ғөмүмән, эште ойошҡанлы башҡарыуҙа ғаиләнең һәр ағзаһының өлөшө бар
Эш тик бының менән сикләнмәйәсәк, ти йүнсел ғаилә. Алда тағы ла һөҙөмтәлерәк проекттар көтә. Быға компанияның рәсми тауар билдәһе үҙе юл ярасаҡ, ти Исламовтар.
Азат Ғәлиуллин