Башҡортостанда күпләп күперҙәр төҙөлә һәм ремонтлана

Башҡортостанда күпләп күперҙәр төҙөлә һәм ремонтлана. Әле бер нисә тиҫтә ҡоролмала эш алып барыла. Уларҙың дүртәүһе федераль магистралдәрҙә төҙөлә. Тағы ла М-5 «Урал», М-7 «Волга» һәм Р-240 трассаларындағы 14 күперҙә планлы ремонт бара. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, шулай уҡ төбәк һәм муниципаль юлдарҙа 16 күпер һалына.

Иң ҙур объекттарҙың береһе-Октябрьский ҡалаһы эргәһендә Ыҡ йылғаһы аша күпер. Ул дүрттән өс өлөшкә әҙер, төҙөлөштө киләһе йыл тамамлау планлаштырыла. Дүртөйлө-Нефтекама трассаһында Танып аша күпер 70 процентҡа әҙер. Ул да киләһе йылда сафҡа инә. Был йылғала тағы бер күперҙе реконструкциялау башлана, әммә ул Борай районында.Ошо һәм башҡа ҡоролмаларҙы халҡыбыҙ бик көтә. Уларҙың күбеһенә уңайһыҙлыҡтар кисерергә, тығындарҙа торорға, урау юл һайларға тура килә. Әммә беҙ башҡарған эш оло әһәмиәткә эйә, сөнки тәү сиратта хәүефһеҙлек менән бәйле. Барыһын да ваҡытында тамамларға тырышасаҡбыҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.