Капиталь ремонт башҡарылған барлыҡ мәктәптәр ҙә 15 авгусҡа тиклем әҙер булырға тейеш

Капиталь ремонт башҡарылған барлыҡ мәктәптәр ҙә 15 авгусҡа тиклем әҙер булырға тейеш. Илдә белем усаҡтарын уҡыу йылы башланғансы тиклем сафҡа индереү ҡаралған. Башҡортостан етәкселеге мәғариф учреждениеларын файҙаланыуға тапшырыу ваҡытын ярты айға алға күсерергә ҡарар иткән. Балалар 1 сентябргә тулыһынса әҙер мәктәптәргә килергә тейеш, тине Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев оператив кәңәшмәлә. Радий Хәбиров капитал ремонт һүлпән алып барылған объекттарҙа эште йәнләндерергә һәм тапшырыу ваҡытын һуҙмаҫҡа ҡушты.

Дүщәмбе иртәһе хөкүмәт ағзалары өсөн ғәҙәттәгесә, һуңғы аҙналағы иң шәп яңылыҡтарҙан башлана. Ә инде ошо арала тотош илгә, хатта донъяға яңғыраған яңылыҡ-«Шүлгәнташ» мәмерйәһе һүрәттәренең «Юнеско»ның мәҙәни мираҫ исемлегенә инеүе. Халыҡ-ара танылыу алыу объектты һаҡлау һәм туризмды үҫтереүгә лә ҡеүәтле этәргес бирә.

«Юнеско»ның мәҙәни мираҫ исемлегенә инеүсе объекттар Рәсәйҙә ни бары 34 кенә. Шуға күрә был статусты алыу өсөн тырышҡан барлыҡ хеҙмәткәрҙәр ҙә юғары баһаға лайыҡ. Оператив кәңәшмәлә «Шүлгәнташ» музей комплексының бер төркөм хеҙмәткәрҙәренә юғары наградалар тапшырылды.

Радий Хәбиров махсус хәрби операция биләмәһендә уңышҡа өлгәшкән яҡташтарыбыҙҙы ла тәбрикләне. Яугирҙарыбыҙ яу ҡырында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн «Генерал Шайморатов» ордендары менән билдәләнде.

Радий Хәбиров үҙе лә «Геройҙар дәүере» проектының икенсе этабында ҡатнашып еңеп сыҡҡан яҡташыбыҙ өсөн остаз булыуын белдерҙе. Рәсәй Геройы Денис Чернавин республика етәксеһенән идаралыҡ эшенә өйрәнә. Башҡортостан башлығы проекттың төбәк аналогы ла һөҙөмтәле үтеүен белдерҙе.

Оператив кәңәшмәнең төп темаларына күсеп Радий Хәбиров мәктәптәрҙә капиталь ремонтты йәнләндерергә ҡушты. Әле республикала 40 мәғариф учреждениеһында төҙөкләндереү эштәре бара. Бөгөнгә тиклем белем усаҡтарын әҙерлеге 84 процентҡа еткән.

Радий Хәбиров төрлө сәбәптәр менән эш тотҡарланған район етәкселегенә объекттарҙы тапшырыу ваҡытын һуҙмаҫҡа ҡушты. Август уртаһынан да ҡалған осраҡты ғәҙәттән тыш хәл тип ҡабул итәсәкбеҙ, тине төбәк башлығы.

Ә бына уҡыусылар өлгәшенә килгәндә хәл яҡшы. Ил етәкселеге ҡушыуы буйынса 2030 йылға тиклем профиль математикаһы һәм тәбиғи фәндәрҙән имтихан биреүселәр 35 процентҡа артырға тейеш. Башҡортостан был йәһәттән Рәсәйҙә беренсе урында килә. Һынау тотоусыларҙың 40 проценты тап ошо фәндәрҙе һайлаған. Йөҙ балл йыйыусылар һаны ла 159 -ға етте. Шулай уҡ республика тарихында тәүге тапҡыр 300 балл йыйыусы уҡыусы теркәлде.

Айнур Кәбиров