Өфөлә мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына илткән юлдар төҙөкләндерелә. Был ҡала мэры Ратмир Мәүлиев тәҡдиме буйынса «Белемгә юл» проекты сиктәрендә башҡарыла. Ул тротуарҙарҙы төҙөкләндереү программаһының дауамы булып тора. Уға ярашлы 81 объектты ремонтлау планлаштырыла, уларҙың 67-һе мәктәптәр һәм балалар баҡсалары. Өҫтәмә рәүештә проект сиктәрендә яңы светофорҙар ҡуйыу һәм элеккеләрен яңыртыу, биләмәләрҙе яҡтыртыу эштәре планлаштырылған