Тыуған ерҙә көс туплағандан һуң йәнә ватан һағына. 60-тан ашыу яҡташыбыҙ үҙ хәрби позицияларына ҡайта. «Өфө-арена» алдындағы майҙанда яугирҙарҙы фронтҡа оҙатыу тантанаһы үтте.
Сарала власть органдары һәм хәрби комиссариат вәкилдәре ҡатнашты. Сығыш яһаусылар ил һаҡсыларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, уларҙың батырлығын һәм фиҙаҡәрлеген билдәләне. Ике аҙналыҡ ял ваҡытында хәрби хеҙмәткәрҙәр күберәк ваҡытын яҡындарына бүлергә тырышҡан, шулай уҡ улар өй эштәре менән дә булышып өлгөргән. Республика ярҙамы менән хәрби хеҙмәткәрҙәр бөтә кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән. Бөгөнгә 150-нән ашыу гуманитар конвой оҙатылған. Ватан һаҡсыларын йөрөтөү өсөн автобустар бүленгән. Бөгөнгә уңайылы транспорт менән 17 самаһы яугир файҙаланған.