Йәрмәкәйҙәр айыҡ тормош һәм сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай. Район 2019 йылдан алып «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша. Пионер, Спартак ауыл биләмәләре республика күләмендә финалға сығып 25 мең һумлыҡ аҡсалата бүләккә лайыҡ булған. 2023 йылдағы конкурста Бекетов ауылы биләмәһе еңеү яулаған. Айыҡ тормош яҡлаусылар һәм сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итеүселәр менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.
Был видеояҙмала «Айыҡ ауыл» республика конкусының хәл иткес минуттары. Бекетов ауылында йәшәүселәр был тарихи мәлде эәңгәр экрандар аша түемһеҙләнеп көткән.
Ауылдаштар бөтә республикаға айыҡ йәшәү рәүешен яҡтыртып дан алған, ә малай-ҡыҙҙар спорт һәм уйын майҙансыҡлы булып ҡыуанған.
Йәрмәкәй районы Бекетов ауылында йәшәүсе Фроловтар өс ул тәрбиәләй. Ата-әсәләре хәҙер улдарының ҡайҙа, нисек һәм кемдәр менән уйнауы, аралашыуы өсөн борсолмай.
Йорт һәм ихата алдында футбол уйындары ла бынан ары тик видеояҙмала ғына һаҡланасаҡ. Урта ҙурлыҡтағы ауылдар араһында»Айыҡ ауыл«республика конкурсында еңеүселәргә 4 миллион һумлыҡ сертификат тапшырылған. Ә был аҡсалар тулыһынса ауылда спорт үҫешенә, йәш быуынды әүҙем спортҡа йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Конкурста беренсе булып Пионер,Спартак ауыл биләмәләре халҡы ҡатнашып финалға сыға һәм 25 мең һум аҡса ала. Конкурс призерҙарын тәбрикләгәндә төбәк Башлығы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башланғысын дауам итеү тәҡдиме менән сығыш яһай. Конурста ҡатнашыусылар һанын 2 меңгә тиклем,ә конкурстың приз фондын 10 тапҡырға арттырырға ҡуша.. 2021 йылдағы конкурста иһә Иҫке Турай һәм Түбәнге Олойылға ауылдары махсус призға лайыҡ була. Дүрт йыл дауамында абруйлы конкурста ҡатнашыу үҙ һөҙөмтәһен бирә. 2023 йылдағы Бекетов ауылы еңеүен, теүәл бер йылдан һуң Әбделкәримдәр ҡабатлай.
Гүзәл Борханова