«Өфө» футбол клубы Беренсе лиганың яңы миҙгелендә старт алды. Ике айлыҡ тәнәфестән һуң Омари Тетрадзе командаһы «СКА-Хабаровк» менән осрашты. Яҡташтарыбыҙ ҡапҡаһын Александр Беленов һаҡланы. Уҙған миҙгелдә ул «Факел» өсөн сығыш яһағайны. Әммә көйәрмәндәргә яҡшы таныш голкипер 28 минутта көсһөҙ булды. Штанганан ҡаҡлыҡҡан туп уның кәүҙәһенә тейеп ҡапҡаға инде. Был голдан һуң яҡташтарыбыҙ юғалып ҡалманы. Сираттағы һөжүмдәрҙең береһендә Никита Мацхарашвили уңышҡа өлгәште. Уның йыраҡтан типкән тубын дәғүсәлеләрҙең ҡапҡа һаҡсыһы тота алмай ҡалды. Осрашыуҙың икенсе яртыһында яҡтар башҡаса уңышҡа ирешә алманы. Шулай итеп командалар берешәр мәрәй бүлеште. Киләһе турҙы яҡташтарыбыҙ 27 июлдә Воронеждың»Факел«клубы менән үткәрә.