Өфө ҡыҙы Алина Фәрхетдинова Һиндостандан еңеү менән ҡайта

19 йәшлек ҡыҙ матурлыҡ конкурсында беренсе урын яуланы. Алина милли кейемдә сығыш яһаған. Ул Өфө Фән һәм технологиялар университетында уҡый. Студентҡа аҡсалата приз тапшырылған. Халыҡ-ара бәйгелә икенсе урынды Израиль вәкиле алған. Сербия ҡыҙы - өсөнсө урында.