Утта 65 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән. Быйыл республикала 4 мең 700-ҙән ашыу янғын сығыу осрағы теркәлгән. 127 кеше һәләк булған. Улар араһында балалар ҙа бар. Йөҙҙән күберәге йәрәхәтләнгән. Белгестәр фатир һәм йорттарға янғын иҫкәртеү приборы ҡуйырға кәңәш итә.